Версия для слабовидящих
Точное время: 20:13
Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районы муниципаль районының ҮҘӘК КИТАПХАНАҺЫ муниципаль автономиялы учреждениеһы
Муниципальное автономное учреждение ЦЕНТРАЛЬНАЯ БИБЛИОТЕКА муниципального района Караидельский район Республики Башкортостан МАУ ЦБ МР Караидельский район РБ
Муниципальное автономное учреждение ЦЕНТРАЛЬНАЯ БИБЛИОТЕКА муниципального района Караидельский район Республики Башкортостан МАУ Центральная библиотека муниципального района Караидельский район Республики Башкортостан

 ” Умелые руки” библиотекаря Байкибашевской сельской библиотеки

 ” Умелые руки” так называется статья опубликованная в газете ““Йәнтөйәк” про   библиотекаря Байкибашевской сельской библиотеки Ахунову Аиду Мугалимовну:

“Ҡариҙелрайоны Байҡыбаш ауылы китапханасыһы, өс бала әсәһе Аида Ахунова ҡул эштәре менән мауыға. Уның изолондан эшләнгән сәскәләре күптәрҙе хайран итә.Аида ханымдың матур сифаттарына һоҡланып ҡарап торғанда бер уй тыуа: ғәзиз тыуған еренең йылыһына наҙланып үҫкәнгәме, атай-әсәһе тәрбиәһенәнме? Әллә тәбиғәттең үҙенән килгән, Хоҙай биргән һәләтме был? Бер йөрәктә — күпме наҙ, көс-ҡеүәт, рухи матурлыҡ, кешеләргә изгелек эшләү теләге.

Аида Ахунованың оҫта ҡулдары менән тыуҙырылған төрлө төҫтәге сәскә-яҡтыртҡыстар тирә-яҡҡа яҡтылыҡ бөркә, бүлмәгә йәм өҫтәй.

Ысын ижадҡа ул ауылдаштарын да йәлеп итә. Шуныһы ла ҡыуаныслы, ихлас күңелдән был шөғөлгә өйрәнергә теләк белдергән балалар ҙа бар. Был сәскәләрҙең һәр береһенә ҙур хеҙмәт, фантазия, күңел йылыһы һалынған. Үҙ ерен, тыуған яғын, матурлыҡҡа ғашиҡ кеше генә шундай гүзәллекте тыуҙыра ала.