Версия для слабовидящих
Точное время: 06:02
Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районы муниципаль районының ҮҘӘК КИТАПХАНАҺЫ муниципаль автономиялы учреждениеһы
Муниципальное автономное учреждение ЦЕНТРАЛЬНАЯ БИБЛИОТЕКА муниципального района Караидельский район Республики Башкортостан МАУ ЦБ МР Караидельский район РБ
Муниципальное автономное учреждение ЦЕНТРАЛЬНАЯ БИБЛИОТЕКА муниципального района Караидельский район Республики Башкортостан МАУ Центральная библиотека муниципального района Караидельский район Республики Башкортостан

Голосуем за Библиотекаря Юношеской модельной библиотеки Альфию Хусаинову!

📚Ҡәҙерле дуҫтар! 27 май – Китапханасылар көнө һәм 24-26 майҙа үтәсәк “Китап байрамы” уңайынан китапханасылар араһында “Китапҡа һөйөү уятам” тигән конкурс иғлан итәбеҙ. Беренсе урын өсөн Бөрйәндән солоҡ балы ла әҙерләнгән.

❗ТАУЫШ БИРЕРГӘ:
https://vk.com/app7198399_-104965500#poll66437a3cf633.. (1 – 50-се һанлы конкурсанттар өсөн),

https://vk.com/app7198399_-104965500#poll6643895cf633.. (51 – 54-се һанлы конкурсанттар өсөн)

Дуҫтар, еңеүсене билдәләү бурысы нәҡ һеҙгә тапшырыла. Бының өсөн:

📍”Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөнә (https://vk.com/gazetabashkortostan) яҙылырға;
📍лайыҡлы тип тапҡан китапханасы өсөн тауыш бирергә;
📍ошо яҙмаға лайк ҡуйып, диуарығыҙға репост яһарға;
📍“Башҡортостан” гәзитенең Телеграмдағы каналына (https://t.me/bash_news102) ҡушылырға кәрәк.

Конкурс 26 майға тиклем дауам итә. Шул көндә, 21.00 сәғәттә, иң күп тауыш йыйған өс китапханасы асыҡланасаҡ. Улар хаҡында “Башҡортостан” гәзите биттәрендә ҙур мәҡәлә донъя күрәсәк, еңеүселәргә милли баҫманың дипломы тапшырыласаҡ. Шулай уҡ беренсе урын алған китапханасыны Бөрйән районы ҡортсоһо Вадим Сәйфетдиновтан махсус бүләк – солоҡ балы көтә.

Барығыҙға ла уңыштар теләйбеҙ!🙌

📌 Иҫкәрмә: еңеүсене билдәләгәндә “Башҡортостан” гәзите төркөмөнә (https://vk.com/gazetabashkortostan) яҙылғандарҙың тауышы ғына иҫәпкә алына.