Версия для слабовидящих
Точное время: 11:17
Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районы муниципаль районының ҮҘӘК КИТАПХАНАҺЫ муниципаль автономиялы учреждениеһы
Муниципальное автономное учреждение ЦЕНТРАЛЬНАЯ БИБЛИОТЕКА муниципального района Караидельский район Республики Башкортостан МАУ ЦБ МР Караидельский район РБ
Муниципальное автономное учреждение ЦЕНТРАЛЬНАЯ БИБЛИОТЕКА муниципального района Караидельский район Республики Башкортостан МАУ Центральная библиотека муниципального района Караидельский район Республики Башкортостан

Этнолингвомәҙәни экспедиция беҙҙең районда

БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты коллективының “Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнбайыш райондарына этнолингвомәҙәни экспедиция” проекты Республика Башлығы грантына лайыҡ булғайны.
Ошо көндәрҙә факультеттың шәрҡиәт һәм башҡорт тел ғилеме кафедраһы уҡытыусылары менән магистранттарынан бер төркөм Ҡариҙел районына экспедицияға барып ҡайтты.​
Эш сәфәре барышында телселәр Иҫке Аҡбүләк, Иҫке Бағаҙы, Яңы Муллаҡай, Яңы Бәрҙәш, Ҡараяр, Абдулла ауылдарында булып, ошо ауылдарҙан, шулай уҡ Хәлил, Яңы Аҡбүләк, Юлдаш, Туйыш, Яҡуп, Мата, Шамрат, Кедесе һәм башҡа ауылдарҙан йыйылған ерле халыҡтан ауыҙ-тел ижады өлгөләре, топонимик, диалектологик һ.б. материал йыйҙы.​
Ҡариҙел халҡы бик алсаҡ, ҡунаҡсыл, беҙҙе ихлас ҡаршы алды, үҙенсәлекле мәғлүмәт менән теләп бүлеште, бай материал менән ҡыуандырҙы.​
Осрашыуҙарҙы ойошторған ауыл советы башлыҡтарына, клуб, мәктәп, музей хеҙмәткәрҙәренә, мәғлүмәттәр менән бүлешкән информаторҙарға һәм Ҡариҙел район хакимиәте башлығы Ғарифуллин Илдар Вил улына, хакимиәт хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.-ди Рамиля Хуснетдинова