Версия для слабовидящих
Точное время: 15:13
Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районы муниципаль районының ҮҘӘК КИТАПХАНАҺЫ муниципаль автономиялы учреждениеһы
Муниципальное автономное учреждение ЦЕНТРАЛЬНАЯ БИБЛИОТЕКА муниципального района Караидельский район Республики Башкортостан МАУ ЦБ МР Караидельский район РБ
Муниципальное автономное учреждение ЦЕНТРАЛЬНАЯ БИБЛИОТЕКА муниципального района Караидельский район Республики Башкортостан МАУ Центральная библиотека муниципального района Караидельский район Республики Башкортостан

Новинки литературы

Зөлфиә СӘЙЕТБАТТАЛОВА  (Сәлихова) әҙәбиәткә хикәйәләр менән килеп инә, БДУ-ның Стрәрлетамаҡ филиалы башҡорт филологияһы факультетында уҡыған йылдарында уҡ китап уҡыусыға үҙен прозаик булараҡ таныта.  Факультеттың «Ашҡаҙар» әҙәби-ижад түңәрәгендә әүҙем ҡатнаша. Әҫәрҙәре «Шоңҡар» журналында, «Йәшлек», «Киске Өфө» гәзиттәрендә йыш донъя  күреп тора. Теле бай, ҡәләме үткер Зөлфиәнең  хикәйәләре үҙенең актуаллеге менән айырыла. Йәшлек, мөхәббәт, йәштәрҙең бер-береһенә булған мөнәсәбәте – хикәйәләрҙең төп фекерен тәшкил итә. Йыйынтыҡта шулай уҡ юморескалар, хикәйәттәр һәм «Ғүмер – уйын» исемле пьеса ла урын алған.

 

 

 

 

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә кесе йәштәге мәктәп балалары өсөн тәғәйенләнгән  “Әкиәт аҡланында” исемле йыйынтыҡ донъя күрҙе. Төҙөүсеһе – А.Х.  Хәкимова, рәссамы – У.М.  Мәхийәнов.  Йыйынтыҡҡа  төрлө халыҡтарҙың (башҡорт, рус, татар, мордва, мари һ.б.) әкиәттәре башҡорт һәм рус  телдәренә тәржемәлә бирелгән. Китап Башҡортостан Республикаһының  100 йыллығы уңайынан донъя күрә.

В Башкирском издательстве “Китап” имени Зайнаб Биишевой вышел в свет сборник “На поляне сказок” для детей младшего школьного возраста. Составитель  – А.Х. Хакимова, художник – У.М. Махиянов. В сборник включены сказки разных народов (башкир, русских, татар, мордвы, марийцев и др.) в переводе на башкирский и русский языки. Книга издана к 100-летию Республики Башкортостан.

Главные герои повести, оставшиеся без отца во время Великой Отечественной войны, с высоким достоинством и честью проходят все испытания военного времени и открывают для себя мир, полный мудрости, любви, красоты и счастья. Книга написана на основе реальных событий.

 

 

 

 

 

 

Йыйынтыҡта авторҙың әҙәби мираҫынан зәңгәр офоҡло бала саҡ иленә саҡырып торған мажаралы («Эҫе ҡар, йәки ҡыҙыма һөйләгән хикәйәләр», «Тыҡрыҡ башы – беҙҙең биләмә», «Упҡын ситендә бейеү», «Саған япраҡ яңырта») повестары тәҡдим ителә.   «Динис Бүләков үҙенә-үҙе аяу белмәүсе сая рухлы, тынғыһыҙ йәнле шәхес ине. Бәлки, шуғалыр ҙа ул ҡанатлы кешеләр хаҡында, көслө, ҡыйыу һәм матур кешеләр тураһында яҙырға яратыр ине» тип хәтерләй китапҡа баш мәҡәлә («Дуҫым хаҡында һүҙ») яҙыусы Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев.

 

 

 

В издании отражена документальная хроника борьбы за национальную автономию Башкортостана от Учредительного курултая до соглашения с центральной советской властью о создании советской автономной республики. Представлены материалы Учредительного курултая автономного Башкортостана, документально раскрываются  ближайшая предыстория и последующие перипетии событий – история договоренностей  валидовского крыла башкирского национализма с большевистскими властями  о советской национальной автономии Башкортостана как федеративной части РСФСР, ныне Республики Башкортостан – одного из равноправных субъектов Российской Федерации.
Публикация приурочена к 100-летию “Соглашения центральной советской власти с Башкирским правительством о советской автономии Башкирии”.

 

Был романда ярлы башҡорт ауылы кешеләренең яҙмышы, кәмһетелгәндәрҙең синфи аңы уяныуы, азатлыҡ өсөн көрәшкә күтәрелеүе, яҡтыға, бәхеткә ынтылыуы һүрәтләнә.

 

 

 

 

 

 

Күренекле прозаик, драматург һәм публицист, республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипованың күркәм юбилейына Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте әҙибәнең “Әҫәрҙәр” исемле китабын баҫтырып сығарҙы. Был китапҡа мәшһүр “Бөйрәкәй” пенталогияһының беренсе өлөшө, ижадының башланғыс осоронда яҙған хикәйәләре, егерменсе быуаттың һикһәненсе йылдарында, ямғыр алдынан күтәрелгән дауыл кеүек, үҙгәртеп ҡороуҙар яҡынлашыуын, авторитар режимдың үҙен үҙе һәләкәткә этәреүен бөтә нескәлектәрендә тасуирлаған “Аҡ тирәк” драмаһы, шулай уҡ замандаштары хаҡындағы очерктары, ижади портреттары һәм халыҡ, кеше яҙмышы тураһында тәрән борсолоу менән яҙылған, үткер проблемалар күтәргән мәҡәләләре тупланған.
Китап киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнә.

 

Был китапҡа тупланған паремик ижад үрнәктәре ике ҙур киҫәктән тора. Тәүге киҫәккә һуңғы ун йылда яҙып алынған һәм Х томдың беренсе китабына (Өфө: Китап, 2006) инмәй ҡалған текстар, икенсеһенә башҡортса-урыҫса-инглизсә мәғәнәләш мәҡәлдәр һәм әйтемдәр индерелде.

 

 

 

 

 

Был китапта 18–19 быуаттарҙа билдәле булған, беҙҙең көндәргә хикәйәт, легенда рәүешендә килеп еткән тарихи ваҡиғалар һүрәтләнә. Яҙыусы, рус ғалимы, тарихсы Лев Гумилевтың халыҡтың килеп сығышы, үҫеше, йәшәйеше тураһындағы хеҙмәттәрен өйрәнеп, милләтебеҙҙең бөгөнгө көнөнә үҙенсәлекле баһа бирә.

 

 

 

 

 

Стихи, загадки для детей дошкольного возраста.

 

 

 

 

 

 

 

Йомабикә Ильясованың ижады фекер тығыҙлығы, хис-тойғолар гаммаһы, тасуири биҙәктәр уйнауы, төҫ-моңдар төрлөлөгө һәм асыҡ, тапҡыр һүҙ-фразаларға ҡоролошо менән отошло. Әҙибә үҙ ижадында  тыуған еренә, халҡына, теленә һөйөү тойғоларын йыйнаҡ, әммә иҫ киткес сағыу  итеп әйтеп бирә. Был йыйынтыҡҡа, нигеҙҙә, шағирәнең һуңғы йылдарҙа яҙылған әҫәрҙәре тупланды.

 

 

 

 

 

Сборник содержит извлечения из башкирских шежере, свидетельствующие о добровольном характере вхождения башкир в Московское государство, и нормативные акты Российского государства начиная с XVI века по настоящее время, имеющие судьбоносное значение для башкирского и, безусловно, для всего многонационального народа Республики Башкортостан. В книгу также включены все конституционно-правовые акты Башкирской республики досоветской, советской и постсоветской эпохи.
Издание рассчитано на широкий круг читателей, интересующихся вопросами правового статуса Башкортостана в составе России с исторических времен по сегодняшний день.

 

 

Это первый историко-правовой комментарий к Конституции Республики Башкортостан, подготовленный к 25-летию ее принятия и к 100-летию образования Республики Башкортостан. При написании Комментария максимально привлечено текущее законодательство, уникален приведенный в тексте историко-правовой материал, который отражает конституционно-правовое развитие Республики Башкортостан в контексте конкретных исторических событий регионального, российского и мирового масштаба.  Издание предназначено для судей, работников правоохранительных органов, адвокатов, преподавателей, студентов, магистрантов и аспирантов юридических и исторических факультетов вузов, а также для широкого круга читателей, интересующихся историей государственно-правового развития Республики Башкортостан.

Конституционный суд РБ провел конкурс детского рисунка “Конституция Республики Башкортостан глазами детей”.

По результатам данного конкурса была издана книга, вышедшая под редакцией председателя Конституционного Суда РБ З. Еникеева.

Проект выполняет две важные задачи: через глаза детей напоминает взрослым об очень важном серьезном документе. И вкладывает ребятам с самого раннего возраста понятие, что надо знать и жить по закону. Это очень важно».

В конкурсе участвовало 1 600 детей с 44 муниципальных районов. В книгу вошло около 300 рисунков